Бөгөн “Йомарт Буге” (“Щедрый Буге”), “Боцман”, “Маха”, “Скитниктар”, Алдан алтыны” тигән мауыҡтырғыс китаптарҙың авторы, яҙыусы Камил Фәрухша улы Йыһаншинға 67 йәш.
Камил Фәрухша улы Йыһаншин 1950 йылдың 15 мартында Туймазы районының Ҡандра ауылында тыуған. БР-ның һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1973 йылда Горький политехник институтын тамамлай.
1992 йылда “Маха, йәки һуҫар балаһының тормошо тарихы” исемле китабы донъя күрә. “Йомарт Буге”, “Боцман” повестарында тәбиғәт донъяһын үҙенсәлекле тасуири һүрәтләй.
“Скитниктар” һәм “Алдан алтыны” романдары старообрядсылар тормошона арналған.
“Ерҙең утлы билбауы”, “Йылмайыуҙар иле”, “Аргентина” юлъяҙмалары авторы.
Камил Йыһаншиндың әҫәрҙәрен башҡорт теленә Т. Ғәниева, Ә.Әминев тәржемә итә.
1993 йылдан алып Республика ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фондын ойоштора ул.
А.Н.Толстой исемендәге халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр нәфис әҙәбиәте конкурсы, “Мәрхәмәтле лира” әҙәби педагогия конкурсы, В.Я.Шишков, Н.С.Лесков, В.М. Шукшин исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премиялар лауреаты.
Яҙыусының китаптарын ололар ҙа, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡый. “Алдан алтыны” дилогияһы Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителгәйне. 2012 йылда яҙыусы Камил Йыһаншин юғары награданы тап ошо роман-дилогияһы өсөн алды.