Яҙыусы, драматург Мөкәрәмә Садыҡова - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре күп йылдар ”Башҡортостан пионеры” гәзитендә бүлек мөдире, яҙыусылар берлегендә әҙәбиәтте пропагандалау бүлеген етәкләй. Ул уҡыусыға уҡыусыға “Сәмреғош ҡанат ҡаға”, ”Үрҙәргә артылғанда”, ”Юлай уҡырға өйрәнә”, "Кәнфиттәр ҡайҙа үҫә?", "Тыуған яҡтарым һәйбәт!" кеүек әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Уның әҫәрҙәре башлыса мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
Садыҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы 1931 йылдың 25 майында Бәләбәй районы[1] Йәрмәкәй ауылында тыуған.