Яҙыусы һәм журналист Мөҙәрис Багаев вафат

Яҙыусы һәм журналист Мөҙәрис Багаев вафат

Кисә, 11 декабрҙә, журналист, яҙыусы, драматург, шағир Мөҙәрис Багаев вафат булды.

Мөҙәрис Басир улы Багаев 1951 йылда Федоровка районының Батыр ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлаған. Юғары һөнәри белем алғас, республиканың колхоз һәм совхоздарында иҡтисадсы, агроном, прораб булып эшләй. Унан Ишембай ҡалаһына күсә.

Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләй.

2011 йылда Мөҙәрис Багаевты Башҡортостандың Башҡорт йәштәре союзы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул "Торатау" Ишембай район гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире була.

Башҡортостан театрҙарында уның пьсалары буйынса спектаклдәр даими ҡуйыла.

Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb