Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында билдәле башҡорт прозаигы, яҙыусы, тәржемәсе Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Таланттың асылы» тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Сара фән һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәрен, ғалимдарҙы, профессорҙарҙы һәм яҙыусыларҙы, шулай уҡ Ғафури районы вәкилдәрен йыйҙы.

Улы – билдәле кинорежиссер, аниматор, рәссам Салауат Вахитов менән ҡыҙы – БР Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Шәүрә Вахитованың ҡатнашыуы осрашыуға мәртәбә өҫтәне. Түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу Салауат Вахитовтың «Шәжәрә» фильмын ҡарауҙан башланды.

Профессор Ғиниәтулла Ҡунафин университеттаӘнүр Вахитов менән бергә эшләгән йылдарын хәтергә төшөрҙө, Әнүр Вахитов тыуған Ғафури районының таланттарға бай булыуын, республиканың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары араһында районда тыуып үҫкән бик күп күренекле эшмәкәрҙәр барлығын билдәләне. Билдәле ғалимдың башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләгәндә Ғиниәтулла Ҡунафин ике төп хеҙмәтте билдәләне: Мәскәүҙә нәшер ителгән «Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль» һәм «Башҡорт совет романы». Улар бөгөн дә юғары уҡыу йорттары студенттары – буласаҡ филологтар өсөн бик кәрәкле уҡыу әсбабы булып тора.

Үҙенең сығыштарында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев – «Әнүр Вахитовтың тормошта тәрбиәүи роле», журналист Марат Әминев «Баласаҡ хәтирәләре» тигән доклад менән сығыш яһаны. Улар яҙыусының ижадының тәрбиәүи роле хаҡында һөйләне.

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Рәхимова Әнүр Вахитов музейын ойоштороу тураһында «Күңелемдәге Әнүр Вахитов музейҙары» проекты менән таныштырҙы.

Сарала ҡатнашыусылар яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә башларға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.

Түңәрәк өҫтәлдең модераторы – күргәҙмәләр һәм мәҙәни программалар үҙәге белгесе Нәсимә Туҡаева.

Белешмә өсөн:

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә БАССР-ҙың Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Ул башҡорт прозаһы тарихы һәм теорияһы мәсьәләләрен, айырыуса роман жанрын тәрән өйрәнә. 1968-1979 йылдарҙа донъя күргән «Эпик киңлектәрҙә», «Таланттың асылы», «Ижади портреттар», «Офоҡтар таралғанда», «Башҡорт совет романы» китаптарында ғалим прозаның тарихын, торошон һәм перспективалы үҫеш юлдарын тәрән һәм ентекле тикшергән. Әнүр Хисмәт улы 1984 йылдың 24 декабрендә Өфөлә вафат була.

90 йәшлек юбилейы алдынан Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының  тифлонәшриәт бүлегендә Әнүр Вахитовтың «Шәжәрә» китабы Брайль шрифы менән донъя күрҙе.

Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе
Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе
Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе
Яҙыусы һәм әҙәбиәтсе Әнүр Вәхитовтың ижадын һөйөүселәр түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb