Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 17 октябрь 2016
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ...
Бөгөн “Урал батыр” эпосын күп сәнғәт төрҙәрендә сағылдырыу үҙенә күрә матур йолаға әйләнеп китте. Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы күргәҙмә лә – шундай ижади ҡараштың бер сағылышы.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән әңгәмәләшкәндә шуға иғтибар иткәйнем. Ул: “Урал батыр” эпосы нигеҙендә изге йола тексы ята, бында һис кенә лә шикләнмәйем. Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән эпосты ни рәүешле яҙып алыуы хаҡындағы материалдар ҙа һаҡлана архивта. Шаман практикаһындағы күренештәр һүрәтләнә унда. Ул һәр образға инеп, көйләп һөйләгән был әҫәрҙе. Һәр береһенең йөҙ-сырайын һүрәтләгән, хәрәкәттәрен кәүҙәләндергән. Исеме донъяға билдәле мифолог Мирча Элиаде яҙыуынса, мифты үҙең аша үткәреү, кисереү (бигерәк тә донъяның, кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы космогоник мифта) үҙенә күрә фанилыҡтың асылына төшөнәһең һымаҡ килеп сыға, яңынан асаһың кеүек аңлатыла. Мөхәмәтша Буранғолов, бәлки, Ғәбит Арғынбаевтың нимә эшләүен аңлап та бөтмәгәндер, әммә бөгөнгө мифологтар быны ғилми телдә аңлатып бирә алыр ине”, тигәйне.
Башҡортостандың Милли музейында башҡорт сәсәндәренә арналған “Урал батыр” экспозицияһын ҡарай башлағас уҡ ошо һүҙҙәр иҫкә төштө. Күргәҙмәнең авторы, Өфө егете Арнольд Никитиндың баш һүҙендә лә тап боронғо риүәйәттәрҙең ҡиммәте ҡараш, ым, ишара аша ла асылыуы хаҡында әйтелә. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған егет Көньяҡ Уралға сәйәхәт ҡылып, рәссам дуҫтары, атап әйткәндә, Ринат Миңлебаев менән аралашыу, ғалимдарҙың фәнни эштәре менән яҡындан танышыу һөҙөмтәһендә тыуҙырған был күргәҙмәне.
Беренсе картинанан уҡ беҙҙе ниндәйҙер сихри мәхит сорнап ала төҫлө: Мөхәмәтша Буранғоловтың йөҙөнән, һәр күҙәнәгенән мәшһүр эпостың һүҙҙәре ағыла. Йәнбикә менән Йәнбирҙенең боронғо сырайҙарынан ниндәйҙер әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һағышлы, тәрән йөкмәткеле мәғлүмәт килә. Артабан инде Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙең образдары сағылдырылған. Улар онотолоп, ойотоп китеп “Урал батыр”ҙы һөйләй. Бер ни тиклем ҡараңғыраҡ, хатта эңер мәлен хәтерләткән һүрәттең эсенә инеп китерҙәй булаһың. Ә Урал менән Шүлгәнде нисек үҙенсәлекле итеп асҡан автор! Һомай менән Айһылыуҙың да үҙ сере бар. Мөхәббәт тарихы, туғанлыҡ хистәре лә сағыла картиналарҙа...
Ә бына Урал батырҙы мин арыҫланға атландырыр инем. Эпоста ла был хаҡта әйтелә. Мәңгелек темаларҙы асҡан, йәшәү менән үлем хаҡындағы тынмаҫ бәхәстәрҙе үҙ эсенә алған эпос геройы башҡа халыҡтарҙың риүәйәттәренән тап арыҫланды эйәләштереүе, уға атланып йөрөү мәшһүрлеге менән айырыла.
Уралдың улдары ла һүрәтләнгән күргәҙмәлә. Хәйер, һәр рәсем – үҙе бер ижади майҙан, ижади фекерләү донъяһы. Бөгөн бик күп рәссамдар, ижадсылар мөрәжәғәт итә “Урал батыр” эпосына. Башҡорттоң боронғо ҡомартҡыһына башҡа милләт вәкилдәренең дә ҡыҙыҡһыныуы артыуы, үҙенсә асырға тырышыуы шулай уҡ мәртәбәле. Миңә ҡалһа, иң мөһиме – үҙ тойғоларыңды асҡанда ла боронғолоҡҡа хыянат итмәү.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
“Башҡортостан” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө