Башҡортостан вәкилдәре Ҡазанда уҙған «Раштыуа йондоҙо» VIII керәшен йыры фестивалендә Гран-при яуланы. Баҡалы районынан «Һандуғас» ансамбле еңеүсе тип танылды.
Район хакимиәтенең рәсми порталында хәбәр итеүҙәренсә, балалар фольклор коллективы етәксеһе Ольга Рыцева — йыр буйынса талантлы педагог. Ул керәшендәрҙең мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә.
Бәйгелә Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Мари Иленән һәм башҡа төбәктәрҙән артистар ҡатнашты. Фестивалдең маҡсаты — үҙенсәлекле ансамблдәрҙе һәм солистарҙы, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлау.
Конкурс ете номинация буйынса уҙғарылды: «Этник вокал», «Халыҡ вокалы», «Фольклор-эстрада вокалы», «Фольклор ансамбле», «Вокаль ансамбль», «Вокаль-инструменталь ансамбль» һәм «Инструменталь ансамбль».
Сығанаҡ: "Башинформ"