Нефтекама ҡалаһынан яҡташыбыҙ Яна Ғәббсова ярымфиналда бер команда ҡатнашыусыһы Кирилл Суслов менән һынау тотто. Ул Ирина Дубцованың репертуарынан алынған композицияны башҡарып тамашасы күңелен яуланы.
Һөҙөмтәлә команда остазы Полина Гагарина Яна Ғәббәсова өсөн 60 мәрәй бирҙе. Ошондай уҡ процент тауыш телевизор ҡараусыларҙан да йыйылды.
Хәҙер Яна 30 декабрҙә финалда сығыш яһаясаҡ.