Яңауыл районында “Урал батыр” – изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы” тип исемләнгән сара үтте

Яңауыл районында “Урал батыр” – изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы” тип исемләнгән сара үтте

Яңауыл районының Яңы Уртауыл ауылында “Урал батыр” – изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы” тип аталған байрам үтте. Мәҙәниәт йорто фойеһында ете эшлекле майҙансыҡ, китап һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо. Байрамдың төп өлөшөн асып, имам-хатип Физун Маликов Урал батыр һәм башҡа башҡорт батыр­ҙары рухына доға бағышланы. Ҡат­нашыусыларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов ихлас сәләмләне. Ул башҡорт халҡының бөйөк ҡо­март­ҡыһының тәрбиәүи ролен билдәләне, Башҡортостан Респуб­лика­һының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина исеменән милли мәҙәниәтте һәм рухиәтте үҫтереүгә өлөш индергән шәхестәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Шулай уҡ Яңауыл районының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнара Вәлие­ваға “Урал батыр” эпосын йәш быуынға аңлатыу буйынса алып барған эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. 

 

Яңы Уртауыл мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары тарафынан ете башҡорт ырыуының берҙәмлеген, “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе һынландырған сәхнә­ләштереүҙәр тәҡдим ителде. Сарала ҡатнашыусылар Башҡорт автономияһын ойоштороуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ Хәлим Әмировтың мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb