Яңауыл ҡалаһында кинотеатр асылды

Яңауыл ҡалаһында кинотеатр асылды

Был ваҡиғаны күптәр көтөп алды, сөнки әүәлге “Дуҫлыҡ” кинотеатры ябылғас, һуңғы ун биш йылда урындағы халыҡ фильмдарҙы ҙур экранда ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм ине. Әле иһә яңауылдар картиналарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өр-яңы “Нефтсе” кинотеатрында ҡараясаҡ. Ул Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларындағы кинотеатрҙарға булышлыҡ итеү конкурсында алынған биш миллион һумлыҡ федераль грант иҫәбенә барлыҡҡа килде. Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тантанала проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Йәштәр һарайында капиталь ремонт, шул иҫәптән бында кинозал асыу “Башнефть” йәмғиәтенең иғәнәләре һәм хәйриә фонды аҡсаһына башҡарылды. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb