«Таң ҡаршылап…» тип аталған өр-яңы диск донъя күрҙе. Электрон баҫмала биш авторҙың: Әнисә Аҫылғужина, Миләүшә Ғәйфуллина, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Марат Ишмөхәмәтов, Радик Әхмәтовтың хикәйәләре һәм повестары тәҡдим ителә. Уларҙа Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү темалары яҡтыртыла, йәшәү мәғәнәһе хаҡында фекер йөрөтөлә.
Дискыны «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.