Яңы фонтан алдында поэтик кисә була

Яңы фонтан алдында поэтик кисә була

3 июлдә 18 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем «Бейеүсе торналар»фонтаны майҙаны алдында «Шиғриәт территорияһы» проекты исктәрендә поэтик кисә үтәсәк. Унда саҡырылған шағирҙар һәм «Оперение/Хахачу» ижади үҫеш студияһының йәш артистары сығыш яһай.

Проектың ҡатнашыусылары 30 июндә Халыҡ-ара урбанистика форумы ҡунаҡтары алдында сығыш яһағайны инде. Унда “Торатау” конгресс-холы майҙанында Милли йәштәр театры артерҙары, Өфө йәш тамашасылар театры артистары, республика шағирҙары һәм Константин Хабенскийҙың «Оперение/Хахачу» студияһы ҡатнашыусылары ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb