Яңы йыл каникулдарында…

Яңы йыл каникулдарында…

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары барышында Рәсәй Киноһы йылына бағышланған саралар үтте. Тәүгеләрҙән булып Туймазылар исемле йылды билдәләне. Район китапханаларында Балалар киноһы көнө ойошторолдо. Ҡала мәктәптәре уҡыусылары “Мөғжизәле кино донъяһы” викторинаһында, “Тылсымлы экран” күңел асыу программаһында ҡатнашты, фильм индустрияһы һәм йәнһүрәттәр төшөрөү тарихы менән танышты. Собханғол ауылы китапханаһы билдәле әҫәрҙәр буйынса төшөрөлгән фильмдарҙың сеансын ойошторҙо, Туймазы ҡалаһының 5-се китапханаһында балаларға “Ералаш” журналы күрһәтелде.

Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb