Яңы круиз лайнерына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелгән

Яңы круиз лайнерына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Водоходъ» компанияһының круиз лайнерына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелгән.

2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.

«Мостай Кәрим»— постсовет тарихында тәүге круиз лайнерҙарының береһе. Карап биш йондоҙло отель кимәленә тап килә. Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ солярий зонаһы ҡаралған. Караптың оҙонлоғо — 141 метр, 342 пассажир һыйҙырышлы, экипаж һаны — 144 кеше. Тиҙлеге — сәғәтенә 22,5 саҡрым.

Лайнер Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөй. Килешеүгә ярашлы, 2020 йылдың февраль аҙағына тиклем карап заказсыға тапшырылырға тейеш.

2017 йылдың көҙөндә «Аэрофлот» компанияһының Sukhoi Superjet 100 пассажир авиалайнерҙарының береһе Мостай Кәримдең исемен алды. 2018 йылдың декабрендә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» федераль проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Өфөнөң халыҡ-ара аэропортына биреү өсөн Мостай Кәримдең исеме һайлап алынды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb