Был турала Башҡортостан башлығы Мәсетле районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Һөҙөмтәлә һигеҙ кешенең бишәүһе йәрәхәтләнә, ике кеше дауаханаға эләгә. Кисә Радий Хәбиров Яңы Мөслим ауылы халҡы менән осрашты. Осрашыу барышында аварияла йәрәхәтләнгән барлыҡ кешеләргә лә медицина һәм матди ярҙам күрһәтеләсәк типбелдерҙе ул.
Шулай уҡ ауылдың авария хәлендә торған мәҙәниәт йорто урынына яңы мәҙәниәт йортона быйыл нигеҙ һалыныр тип көтөлә.