Яңы проект –“Башҡортостан ҡыҙҙары”!

Яңы проект –“Башҡортостан ҡыҙҙары”!

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы, республика ойошоуына һәм үҫешенә тос өлөш индергән гүзәл заттар-Башҡортостан ҡыҙҙары 7 март көнө киске сәғәт етелә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур тамаша әҙерләй. Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға- девизы аҫтында үтәсәк концерт программаһы үтә лә бай һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы.

Бөгөнгө көндә һәр бер тармаҡта уңған, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ  хеҙмәт итә: сәнғәт, медицина, фән, мәғариф, төҙөлөш өлкәләрендә. “Башҡортостан ҡыҙҙары” концерты быйыл үҙҙәренең күркәм юбилей даталарын билдәләүсе  сәнғәт йондоҙҙарыбыҙ сығышынан башланып китәсәк, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Байрам концерты билдәле сәхнә йондоҙҙарының  йыр-моң  гөлләмәләре менән үрелеп барасаҡ. Концертта БР халыҡ артисткалары, данлыҡлы бейеүселәреҙ Рәшиҙә Туйсина, Зөлфиә Ҡудашева, Алһыу Шәфиғуллина сығыштары береһен дә битараф ҡалдырмаҫ! Күрше Татарстандан ҡунаҡтар ТР атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев, талантлы йырсы Нурислам Исмәғилев килеүе  көтөлә.

Байрам концертында Светлана Арғынбаева, Римма Амангильдина, Дияна Ишниязова, Резида Әминева, Фәрүәз Урманшин, Зилара Йомағужина, Салауат Мөхәмәтйәров, Рәил Өмөтбаев, Заһир Иҫәнсурин дәртле һәм күңелле йыр-моң вәғәҙәләй. Шулай уҡ “Премьер” төркөмө сығыш яһауы көтөлә, яңы исемдәр, яңы йырҙар башҡарыласаҡ.

Йырлы-моңло яҙ һәм ял кисәһендә көтөп ҡалабыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb