4 июль көнө Туймазы татар дәүләт драма театрында Лилия Исҡужина пьесаһы буйынса эшләнгән “Өс мөхәббәт тарихы” исемле музыкаль комедия хаҡында фекер алышыу булды.
Спектакль мөхәббәт хаҡында. Бер ваҡыт өс дуҫ егеттең баштарына ҡыҙыҡлы уй килә: ҡыҙҙарҙы ашауҙан-эсеүҙән яҙырлыҡ итеп үҙҙәренә ғашиҡ иттерергә! Кем шул ниәткә беренселәрҙән булып ирешә, шул еңеүсе була. Күңелле мажараларға, йыр-бейеүгә бай спектаклдә театрҙың йәш, һәләтле артистары Марат Хәсәнов, Руслан Вахитов, Марсель Мөсәүиров, Әлфиә Ғайсарова, Динара Вахитова, Сулпан Раянова уйнай.
Фекер алышыуҙа театрҙың художество советы вәкилдәре, цех башлыҡтары, артистар ҡатнашты.
Театрҙың директоры Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәт Фәрит улы Ғәбиҙуллин спектаклде юғары баһаланы, артистарға һәм ҡуйыусы режиссер Илнур Биктимер улы Муллабаевҡа оло рәхмәт белдерҙе.
Ғүмерҙең иң гүзәл миҙгелен—йәшлекте һүрәтләгән музыкаль комедия хаҡында күп кенә матур фекерҙәр яңғыраны. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар тарафынан һәр образ үҙенсәлекле, ҡызыҡлы, актерҙың үҙенә генә хас төҫмөрҙәр менән биҙәлгән тигән маҡтау һүҙҙәре яңғыраны. Музыкаль комедия тамашасылар күңеленә хуш килер тигән өмөттә ҡалайыҡ.