“Башҡортомда сәсән һәр саҡ булған. Улар бар! Һәр саҡ буласаҡ!” Йәмле йәйгә аяҡ баҫҡанда ошондай девиз менән районда сәсәндәр мәктәбе тантаналы асылды.
Байрамға билдәле яҡташыбыҙ, арҙаҡлы фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, танылған журналист Сәрүәр Сурина, Сибай сәнғәт колледжы директоры Азат Ҡамбулатов, ошо уҡыу йортоноң “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән Гөлназ Йыһаншина һәм башҡалар килде. Ҡунаҡтарҙы “Мираҫ” фольклор ансамбле дәртле йырҙары менән ҡаршы алды. Уларҙың иғтибарына шулай уҡ Иҫке Собханғолдағы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һәм педагогтарының һүрәттәренән ойошторолған күргәҙмә тәҡдим ителде.