Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды

Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды

Мөхәмәтша Буранғоловтың халҡыбыҙҙың аҫыл сәсәндәренән ошо мәшһүр “Урал” эпосын яҙып алған шәхестәребеҙҙең береһе.  Башҡорт әҙәбиәтенә классиктарҙы тыуҙырған Ырымбур еренең иң ҙур шәхестәренең береһе ул – 1888 йылдың 15 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылында (халыҡ телендә – Тәңес) тыуған Мөхәмәтша Абдрахман улы. 1900 йылда эпосты яҙып алыуын иҫәпкә алғанда, был мәлдә егеткә ни бары 22 йәш булған.

Күптән түгел Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды. Ҡотлау һүҙе менән Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Николай Валентинович Чернышев сығыш яһаны. Ул Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеген ҙурлап, исеме халҡы хәтерендә мәңге йәшәүен билдәләне. Ырымбур өлкәһе Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылыш депутаты, аграр-сәнәғәт комплексы комитеты рәйесе Александр Жарков үҙ сығышында шулай уҡ халыҡ сәсәненең эшмәкәрлеген ҙурланы.

Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм губернаторы аппаратының эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков телмәрендә Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлегенә генә түгел, ә башҡорт халҡының мәшһүр эпосына ла туҡталды: “Эпослы халыҡ – ул бәхетле халыҡ. Уны мәңгеләштереп, Мөхәмәтша Буранғолов халҡығыҙҙы ла мәңгеләштереп киткән!” – тине. Ысынлап та шулай. “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡына мәңгелеккә бирелгән паспорт тип атаһаҡ та, һис хата булмаҫ.
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев – сығышы менән ошо ауыл егете. Ул яҡташтарына бөйөк сәсәндең эшмәкәрлеген ҙурлағандары өсөн рәхмәтен белдерҙе, киләсәктә лә ошо юҫыҡтағы эштең дауам итеүен теләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән эшҡыуар Салауат Буранғолов бүләкләнде. Халҡыбыҙҙа рухи байлыҡ етәрлек, беҙгә тиклемге быуындар уны был дәүергә килтереп еткергән, бөгөн ана шул эштәрҙе тағы ла ҡеүәтләр өсөн беҙгә Салауат Әхмәткирәй улы кеүек шәхестәребеҙҙең күберәк булыуы кәрәк.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән шулай уҡ сараларҙы әүҙем ойошторған төбәктең башҡорт ҡорол­тайы рәйесе урынбаҫары, Красногвардейский районының киң йәмәғәтселек менән эшләүсе белгесе Илмира Нурмәғәмбәтова бүләкләнде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb