Ырымбурҙа Башҡорт автономияһының 100 йыллығы билдәләнә

Ырымбурҙа Башҡорт автономияһының 100 йыллығы билдәләнә

Ырымбурҙа Башҡорт автономияһының 100 йыллығы уңайынан Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре башланды. “Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерлекле төп халҡы. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында, аҫаба ерендә, 46 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй, – тип башлап ебәрҙе пленар ултырыштағы сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнаша. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен асыу барышында "Бабич" нәфис фильмы күрһәтеләсәк, Сибай дәүләт филармонияһы концертын ҡарарға һәм
күргәҙмә-йәрминкә менәнтанышырға мөмкин.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb