Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла

Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла

8 февралдә Башҡортостан дәүләтселегенең бишеге Ырымбурҙа – Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла. 
Сәйәси ваҡиғалар шаһиты булған, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Сәғит Мерәҫов эҙҙәрен һаҡлаған ҡалала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы юғары кимәлдә билдәләнә. 
М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында (Совет урамы, 26) билдәле ғалимдар ҡатнашлығында ҡоролтайҙың пленар ултырышы һәм Башҡортостандың ижади коллективтары әҙерләгән оло тамаша ҡаралған. 
Ҡоролтай делегаттары иртән сәғәт 10-да йыйыла.  Концерт 14-30 сәғәттә башлана. Тамашаға теләге булған һәр кем инә ала. Инеү бушлай. Сара Каруанһарайға сәфәр менән тамамлана. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb