Ырымбурҙа «Кино-вагон» киноклубы сиктәрендә башҡорт фильмдары күрһәтелде. Сараны Ырымбур режиссеры Вера Арнгольд һәм Өфөләге МакГаффин исемендәге кино мәктәбе етәксеһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы йәштәр үҙәгенең башҡарма директоры Гөлфиә Шәрипова ойошторҙо.
Тамашасылар Башҡортостанда төшөрөлгән дүрт ҡыҫҡа метражлы кинотаҫма ҡараны. Улар — атай һәм инвалид малай тураһында «Мин тере» (режиссеры Ольга Старикова), «Күбәләк» (режиссеры Елена Жилинская), «Террорсы» (режиссеры Вадим Вәлиуллин) һәм «Әсә» (режиссеры Айнур Аскаров) фильмдары.
Тамашасылар башҡорт режиссерҙарының фильмдары тураһында әүҙем фекер алышты. «Әсә» фильмын ҡараусылар шундай фекерҙәрен еткерҙе: «Иҫ киткес милли үҙенсәлек, геройҙар башҡортса һөйләшә, фильм рус телендәге субтитрҙар менән бара. Бик матур төшөрөлгән, метафоралар күп, әсә, игеҙәк малайҙар һәм олатай ролен башҡарыусылар һәйбәт уйнай. Улдарҙың ҡоштарға әүерелеүе хаҡында матур һәм моңһоу башҡорт легендаһы. Һоҡланғыс пейзаж!».