Ырымбурҙа «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙҙы

Ырымбурҙа «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙҙы

Ырымбур ҡалаһында "Каруанһарай" мәсетендә Асыҡ ишектәр көнө үтте. Тарихи архитектура комплексында уҙған сарала Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов ҡатнашты.

Тантаналы сара Крупская исемендәге өлкә универсаль ғилми китапханаһының конференциялар залында үтте. Бында Ырымбур өлкәһенең дәүләт архивы әҙерләгән "Каруанһарай - Ырымбурҙың архитектура ынйыһы: кисә, бөгөн, иртәгә" архив документтары күргәҙмәһе ойошторолдо. Шулай уҡ "Карауанһарай: үткәндән хәҙергегә" видеоролигы менән таныштырыу булды.

Вице-премьер Ырымбур өлкәһе етәкселегенә телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау эшендә башҡорт халҡына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Карауанһарай - ике төбәктең тарихы менән бәйле шәхси, һыбайлы урыны", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Сарала ҡатнашыусылар алдында Ырымбур өлкәһенең башҡорт ижади коллективы сығыш яһаны.

Ырымбурҙа «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙҙы
Ырымбурҙа «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙҙы
Ырымбурҙа «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb