«Ырыу ағасы» Республика форумы сиктәрендә «Бабич һүҙе» видеоконкурсына йомғаҡ яһала

«Ырыу ағасы» Республика форумы сиктәрендә «Бабич һүҙе» видеоконкурсына йомғаҡ яһала

29 августа Мишкә районында «Ырыу ағасы» Республика форумы сиктәрендә «Бабич һүҙе» видеоконкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Конкурс Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арнала. Ойоштороусылары - Республика халыҡ ижады үҙәге һәм "Аҡбуҙат" балалар журналы.

Конкурстың Гран-приһы Өфө ҡалаһынан Искәндәр Әминевҡа бирелде. 7 йәшкә тиклемге балалар араһында 1 урынды - Йылайыр районынан Нәркәс Бикбулатова, мәктәп уҡыусылары араһында Һамар өлкәһенән Розалина Мостафина яуланы.

«Ырыу ағасы» - халыҡ ижады конкурс-фестивалдәрен, шәжәрә байрамын, халыҡ уйындарын, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы, семинар, оҫталыҡ дәрестәрен берләштергән мәҙәни проектар серияһы.

Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Ырыу ағасы»ишкә районы Ҡығаҙытамаҡ ауылында эшселәргә һәйкәл һәм Ш.Бабич музейы асыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb