«Ырғыҙ» романы донъя күрҙе

«Ырғыҙ» романы донъя күрҙе

Классик әҙәбиәтен һөйөүселәр өсөн шәп яңылыҡ – ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы донъя күрҙе.
Рус яҙыусыһы Леонид Соболев билдәләүенсә, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау һис мөмкин түгел.

Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе.

Яҙыусы «Ырғыҙ» романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе ала. Автор 1902-1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb