Юлай Ҡасимовтан шоу-концерт

Юлай Ҡасимовтан шоу-концерт

13 март “Торатау” Конгресс-холында билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың шоу-концерты уҙғарыла.

Музыкаль тамаша тыңлаусыларҙы ҡурайҙың тарихы һәм башҡорт көйҙәре менән таныштырасаҡ. Тамашасылар музыка донъяһына сумыу һәм башҡорт ҡурайының хәҙерге яңғырашын баһалау мөмкинлеген аласаҡ. 

Кисәне шулай уҡ башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин, Әлфиә Ниғмәтуллина, ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина һәм легендар «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле биҙәйәсәк. Сара өҫтөндә ҙур профессиональ команда эшләй һәм уларҙың әйтеүенсә, был концерт йыл ваҡиғаһы буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb