«Юлдаш-хит»та 2017 йылдың иң яҡшы йырҙары билдәләнәсәк

«Юлдаш-хит»та 2017 йылдың иң яҡшы йырҙары билдәләнәсәк

Иртәгә, 15 ноябрь көнө «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Юлдаш-хит» гала-концерты уҙасаҡ.

Байрам тамашаһында 2017 йылдың иң яҡшы йырҙары билдәләнә. Йылға музыкаль йомғаҡ яһаусы сараны ойоштороусы- «Юлдаш» йыр һәм мәғлүмәт радиоһы.

Тамашасыларҙы сағыу сығыштарҙан торған бай йөкмәткеле программа, «Юлдаш» радиоһында ай һайын уҙғарылған хит-парадтар еңеүселәренең сағыу сығыштары көтә.

 Сәхнә түрендә тамашасылар тауыш биргән 30 башҡорт эстрадаһы йондоҙоның сығыш яһауы көтөлә.

«Юлдаш-хит-2017» гала-концертында— Фидан Ғафаров, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәҙис Ғәниев, Лилиә Букеева, Фәрүәз Урманшин, Баязит Байназаров, Венер Камалов, Хәсән Усманов, «Бүреләр», «Улар», «Бирешмә» төркөмдәре ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb