Юлдаш plus йәштәр интернет-радиоһы хит-парад рубрикаһына йомғаҡ яһаны

Юлдаш plus йәштәр интернет-радиоһы хит-парад рубрикаһына йомғаҡ яһаны

Концерт-дискотека "Өфө уттары"ның "Колизео" клубында уҙғарылды. Сарала башҡорт эстрадаһының йәш, сағыу йондоҙҙары сығыш яһаны. Уларға статуэтка һәм махсус дипломдар тапшырылды.хит- йомғаҡ яһаны

Тамашасылар бигерәк тә Таһир Әсәҙуллин, Илнур Рамаҙанов, “Бәхетле” төркөмө, Лиана Хәбибуллина, Сабина Кучаева, Ләйсән Ғәлимова, Ғайсар Миңдеғолов, Рәлим Заманов, Динислам Сафин, Илгизәр Мөхәмәтйәнов, Гәлсәр Байғусҡарованың сығыштарын йылы ҡабул итте.

Дискотекала ҡыҙыҡлы уйындар уйнатылды, бүләктәр таратылды. Әйтергә кәрәк, "Юлдаш" плюс йәштәр интернет-радиоһына киләһе йылдың 1 сентябрендә 5 йәш тула. Радио алып барыусылары киләсәктә лә йәштәр өсөн матур тамашаларҙы даими ойошторорға вәғәҙәләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb