«Юлдаш Plus»» радиоһы йәш йырсыларҙы һәм авторҙарҙы бер сәхнәгә йыя

«Юлдаш Plus»» радиоһы йәш йырсыларҙы һәм авторҙарҙы бер сәхнәгә йыя

22 декабрҙә Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Юлдаш Plus»» милли йәштәр фестивале уҙғарыла. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм һәләтле йәштәрҙе асыуға йүнәлтелгән.

Проектта ҡатнашыу өсөн 100-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар буйынса генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина, композитор, йырсы Ләйсән Ғәлимова һәм мәҙәниәт өлкәһендәге башҡа билдәле кешеләр ҡараны.

Һөҙөмтәлә 49 ҡатнашыусы һайлап алынған, улар 13 номинацияла баһаланасаҡ. Иң яҡшы йырсы ир-егет һәм йырсы ҡатын-ҡыҙ, блогер, клип авторы, композитор, шағир һәм йыл төркөмө асыҡланасаҡ. Шулай уҡ фестивалдә «Иң яҡшы йыр», «Иң яҡшы тренд», «Иң яҡшы ремейк», «Иң яҡшы кавер», «Иң яҡшы дуэт» һәм «Иң яҡшы асыш» номинациялары тапшырыласаҡ.

Еңеүселәрҙе онлайн тауыш биреү юлы менән концерт ваҡытында тамашасылар билдәләй.  Фестивалдә танылған артистар ҙа, йәш башҡарыусылар ҙа сығыш яһай. Концертта “Юлдаш” радиоһының хит-парад еңеүселәре лә ҡатнаша.

Сара “Юлдаш” радиоһы төркөмөндә тура эфирҙа трансляциялана. Тамашасылар араһында iPhone14 Pro уйнатыла.

Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Фестивалгә инеү - бушлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb