Юрий Шевчук республика рәссамдарын "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исемле китабының нәшер ителеүе менән ҡотланы

Юрий Шевчук республика рәссамдарын "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исемле китабының нәшер ителеүе менән ҡотланы

Билдәле рок-йырсыһы яҡташыбыҙ Юрий Шевчук республика рәссамдарын "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исемле китабының нәшер ителеүе менән ҡотланы. ДДТ төркөмө лидеры яңы китапты йыйынтыҡ авторы Наил Мәхмүтовтан почта аша алған.

Өфөлә күптән түгел исем туйы үткән баҫма былтыр йәй "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исеме аҫтында старт алған социаль интернет-проектҡа нигеҙләнеп нәшер ителгән.

Башҡорт рәссамдары ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектҡа 2018 йыл башында йомғаҡ яһалғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса унда 21 ҡыл ҡәләм оҫтаһының ижады төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb