Юрий Шевчук Өфөлә!

Юрий Шевчук Өфөлә!
5 февралдә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында Рәсәйҙең билдәле рок йырсыһы Юрий Шевчук һәм «Outrider», «Boogie Band», «The Donuts» төркөмдәре ҡатнашлығында хәйриә концерты үтәсәк. Музыканттар үҙҙәренең сығышын «ДДТ» төркөмөнөң тәүге составы гитарасыһы Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йөҙөнән ойоштора. Әлеге ваҡытта музыкант яман шештән дауаланыу курсы үтә, билет һатыуҙан килгән аҡса медицина сығымдары һәм реабилитация курстары өсөн түләүгә йүнәлтеләсәк. Билеттар «Өфө уттары» күңел асыу комплексы кассаларында ғына һатыла, хаҡы 1500-ҙән алып 3500-гә тиклем. Телефон: 290-86-90, 290-86-86.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb