Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың электрон вариантта монографияһы донъя күрҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, әҙәбиәтсе, филология фәндәре кандидаты, йәмғиәт эшмәкәре Зәки Әлибаевтың «Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһы» исемле монографияһында хәҙерге башҡорт романы поэтикаһының инештәре, формалашыу юлдары тикшерелә. Автор бай материалдар нигеҙендә жанрҙың милли үҙенсәлектәрен өйрәнә. Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһын тикшереүгә ҙур урын бүлә.
Институт йылдарында уҡ Зәки Әлибаевтың фәнгә ынтылышы асыҡлана.
Арҙаҡлы педагогтар Роберт Байымов, Нәғим Ишбулатов, Ғәли Сәйетбатталов, Эрнст Ишберҙин, Абдрахман Ғәлләмов мәктәбен үтә ул. Аспирантурала уҡыу осоронда башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте темаһын төптән өйрәнә.
1996 йылда диссертация яҙып, филология фәндәре кандидаты исеменә лайыҡ була. 2009 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты итеп саҡырыла һәм әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлек алып барыуын дауам итә.
Зәки Әлибаев-илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәт авторы. Зәки Арыҫлан улының мәҡәләләре йыш ҡына «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә донъя күреп тора. Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижады тураһында етди ғилми материалдарын баҫтырҙы.
Яҡут, Астана, Нигде (Төркиә) ҡалаларында үткән төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, докладтар менән сығыш яһай. Мәҡәләләре Ашхабад, Истанбул, Таулы-Алтай, Ҡыҙыл, Урал, Тамбов ҡалаларының ғилми баҫмаларында донъя күрә.
Әлеге ваҡытта бик ҡыҙыҡлы һәм перспективалы тема – хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.
Гүзәл Багаева