«Алтын тамсы» исемле әкиәт китабы балалар өсөн шәп Яңы йыл бүләге булмаҡсы. Асыҡ сағыу биҙәктәр менән биҙәлгән һәм ҙур форматта донъя күргән был китап кесе йәштәге балаларға бик матур бүләк булыр, күңелдәренә хуш килер. «Тамсы ни өсөн алтын?», «Моңдоң сере ниҙә», «Бәхет ни өсөн юлда табылған?» - тиһәгеҙ, серле, тылсымлы, мауыҡтырғыс әкиәттәр иленә рәхим итегеҙ, кескәйҙәр!
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан да (Октябрь проспекты, 2) һәм сайтынан да (http://www.kitap-ufa.ru/catalog/detskaya/zolotaya_kap..) һатып алырға мөмкин.