Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
З. Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының еңеүселәре билдәләнде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 17 ноябрь 2016
З. Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының еңеүселәре билдәләнде
Кисә, 16 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә З. Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының еңеүселәре ҡатнашлығында Гала-концерт уҙҙы. СССР-ҙың халыҡ артисы, М.И.Глинка исемендәге Рәсәй Федерацияhының дәүләт премияhы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, атаҡлы композитор, педагог hәм йәмәғәт эшмәкәре Заhир Ғәрип улы Исмәғилевтың тыуыуына 100-йыллығына арналған был фестиваль бөйөк исемде мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелде.
Заһир Исмәғилев исеме башҡорт hәм бөтә Рәсәй сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булып тора. Ул башҡорт классик операhына нигеҙ hалыусы ғына түгел, ә бөтә профессиональ милли музыкаhын классик үрҙәргә күтәреүсе, уны тыуҙырыусы, шулай уҡ сәнғәт өлкәhендәге белем биреү, уҡыу-уҡытыу системаhын булдырыуға тос өлөш индергән ижадсы.
Өфө ҡалаһында уҙғарылған музыкаль форумда, 7-16 ноябрь көндәре дауамында бәйгеселәр көс һынашты.
Конкурстың Гран-при исеме Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виолончелдә уйнаусы Рөстәм Хәмиҙуллинға тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында: ”Бәйге лә ҡатнашҡан барлыҡ конкурсанттар ҙа еңеүсе исеменә лайыҡ. Һәр йәһәттән конкурсанттар юғары һәм һөнәри үҫеш күрһәтте, киләсәктә Башҡортостан йондоҙҙары булып балҡыуығыҙға ҙур ышаныс бағлайбыҙ”, тигән теләктәр менән бүлеште.
Бәйге географияһына килгәндә, Рәсәй региондарынан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Кореянан 80- гә яҡын музыкант ҡатнашҡан.
Конкурста ҡатнашыусылар ике номинация буйынса көс һынашты. Ниһайәт, ун көн дауамында барған бәйгенең һөҙөмтәләре билдәле булды: фортепиано номинацияһының кесе төркөмөндә— Өфө ҡалаһынан Елена Колесникова, скрипкасылар араһында Мәскәүҙән Мария Черкассова беренсе урын яуланы. Өлкән төркөмдә беренсе премияны пианистка Татьяна Кирпиченок (Мәскәү), скрипкасы Фёдор Малыхин (Мәскәү), виолончелдә уйнаусылар Яҙгөл Йәнбәкова һәм Аяз Нухов (Өфө) алды. Йырсылар араһында беренсе урынға Өфөнән Айгөл Әхмәтшина һәм Гөлнара Вәлиева лайыҡ булды.
З. Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының бәйгеселәренә махсус приздар, дипломдар тапшырылды.
Республиканың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, Заһир Исмәғилевтың ҡыҙы, бөйөк композитор әҫәрҙәрен иң оҫта башҡарыусыларҙы һәм концертмейстерҙарҙы дипломдар менән бүләкләне.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө