«Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» заявкалар ҡабул итә

«Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» заявкалар ҡабул итә

20 июлдән «Заманса башҡорт операһы лабораторияһы» Композиторҙар һәм либретто авторҙары категориялары буйынса ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итә.  Либретто яҙыусылар  - 8 сентябргә, композиторҙар 30 октябргә тиклем заявка ебәрә ала. 

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Ильмар Әлмөхәмәтов: “Был үҙенсәлекле проект. 6 июлдә старт алып, ул бер миҙгел буйына тиерлек дауам итәсәк һәм бер нисә этаптан торасаҡ. Опера либреттоһын яҙыу буйынса махсус дәрестәр үткәреү проекты ғәҙәти түгел икәнен дәлилләй. Рәсәйҙә бындай хәл булғаны юҡ әле. Ҡатнашыусылар билдәле театр эшмәкәрҙәренән оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ, уларҙан ҡиммәтле кәңәштәр ишетәсәк. Иң яҡшы либретто донъя күрергә мөмкинселек аласаҡ”, - тип белдерҙе.

Театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов та проекты хупланы: “Миңә, опера йырсыһы һәм театрҙың художество етәксеһе булараҡ, был проект бик әһәмиәтле. Был театрҙың репертуарын яңы спектакль менән байытыу ҙа, заманса музыка менән эшләү ҙә, труппаның авторҙар менән аралашыуы ла. Шулай уҡ башҡорт телендә яңы опера әҫәрҙәре тыуыуы – республика сәнғәт үҫеше өсөн генә түгел, беҙҙең төбәктең тотош мәҙәниәте өсөн мөһим. Кесе Ватаныбыҙҙың туған теле һаҡланып ҡына ҡалырға түгел, ә үҫешергә лә тейеш. Яңы опера әҫәрҙәре быға булышлыҡ итәсәк. Мин йырсы булараҡ, яңы опера әҫәрен ишетергә, ә бәлки башҡарырға ла теләйем”.

Ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт менән театр сайтында Лаборатория тураһында ҡағиҙәлә таныша ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb