Заманса драматургия буйынса тәүге режиссерҙар лабораторияһы эш башланы

Заманса драматургия буйынса тәүге режиссерҙар лабораторияһы эш башланы

Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында заманса драматургия буйынса тәүге режиссерҙар лабораторияһы эш башланы .Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы менән Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге.

Унда илдең төрлө төбәктәренән саҡырылған 6 йәш режиссер тәҡдим ителгән пьесалар буйынса үҙ идеяларын тормошҡа ашырасаҡ. Семинарҙы ойоштороусыларҙың төп ниәте яңы авторҙар табыу, театрҙар, драматургтар, төрлө ойошмалар журналистары менән бәйләнеште нығытыу. Семинарҙа теория, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, пьесалар тикшерелә.

Лабаратория барышында иң яҡшы һәм уңышлы тип танылған материалдар театр репертуарына инәсәк.  Заманса драматургия буйынса режиссерҙар лабораторияһы сиктәрендә 21 ғинуар көнө театр тәнҡитсеһе, сәнғәт фәндәре кандидаты Павел Руднев менән осрашыу көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb