Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дүртенсе көнө уҙҙы

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дүртенсе көнө уҙҙы

Өфөлә Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале дауам итә. Иртән «Урал Тау» («Атола») ҡунаҡханаһы конференц-залында эксперт советы рәйесе Борис Морозов (Мәскәү), советтың ағзалары – Андрей Ястребов (Мәскәү), Сәниә Ҡабдиева (Ҡаҙағстан), Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Ольга Егошина (Мәскәү), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая (Өфө), Хөрмәтулла Үтәшев (Өфө) өс спектаклгә фекер алыштылар.

Кисен, 19:00 сәғәттә, «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Өс таған» спектаклен күрһәтте. «Өс таған» спектаклен Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған. 

22:00 сәғәттә М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә конкурстан тыш Салауат дәүләт башҡорт драма театрының «Бер, ике, өс…» («Беруши») спектакле үтте. Ҡуйыусы-режиссер – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Олжас Жанайдаровтың «Бер, ике, өс…» пьесаһының темаһы милләттең бөгөнгө торошона тап килә: телдең бөтөүе күп һәләкәттәргә илтеүе ихтимал. Спектаклдәге Ураҙбай менән Булат яҙмышы киҫкен социаль теманан трагедия юғарылығына күтәрелә, ә Библиялағы тәү ҡылынған гонаһ лейтмотив булып яңғырай. Спектакль замандаштарыбыҙҙы киҫәтә һымаҡ – тел бөтһә, халыҡ та бөтә, ил дә юҡҡа сыға.

Иртәгә баш ҡалала үҙ спектаклдәрен Төркиә һәм Ҡаҙағстан театр коллективтары  күрһәтәсәк.

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дүртенсе көнө уҙҙы
Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең дүртенсе көнө уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb