М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә йәш драматург Ярослава Пулиновичтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был сара июндең 20-һенән 30-на тиклем Екатеринбург ҡалаһында уҙғарыла.
Фестивалгә утыҙға яҡын спектакль менән Мәскәү, Пермь, Санкт-Петербург, Йошкар-Ола, Омск, Рязань, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙан ижади коллективтар йыйыла. Өфөнән М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән бер рәттән был фестивалдә йәш һәм талантлы «The Театр» проекты ла ҡатнаша.
Фестивалдең етәксеһе Николай Коляда белдереүенсә, әлеге ваҡытта Мәскәүҙәге «Современник» театры, Волгоградтағы йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Фестиваль ҡатнашыусы театрҙарҙың күплеге, спектаклдәрҙең төрлөлөгө менән айырыла, Екатеринберг халҡын был йәй ҙур театр байрамы көтә, - тип яҙа социаль селтәрҙә Николай Коляда.
Театр сайтынан