Женевала милли байрам-Һабантуй үтте

Женевала милли байрам-Һабантуй үтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Швейцария һәм Европа башҡорттары,татарҙары һабантуй уҙғарҙы. Байрам бына инде өсөнсө йыл рәттән Женевалағы Мариньяк паркында үтте. Уны Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорттар һәм татарҙар ассоциацияһы ойошторҙо.

Ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле мәҙәни-спорт программаһы тәҡдим ителде. Сараға йыйылғандарҙы башҡорт балы, сәк-сәк һәм башҡа милли аш-һыу менән һыйланылар. Һабантуйҙа дөйөм ҡатнашыусылар һаны 500 кешегә етте.

Байрам башҡорт һәм татар телдәрендә асылды, артабан рус һәм француз телдәрендә дауам итте. Сәләмләү менән Швейцариялағы Рәсәй вице-консулы сығыш яһаны.

Концерт программаһында Женева, Лозанна, Анси, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары артистары сығыш яһаны.

Башҡортостандан «Тамыр» телеканаланың үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы төркөмө, Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Йәмилә Бикбаева, Мәскәү башҡорто, «Байыҡ» конкурсы ҡатнашыусыһы, ҡумыҙсы Зәбиҙә Хазиева булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb