Донъя музейҙары һәм галереялар йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Йола буйынса, улар тәүлектең был ваҡытында йоҡо урынына күргәҙмә залдары буйлап йөрөүҙе һәм тарихи экспонаттарҙы ҡарауҙы өҫтөн күргән кешеләр өсөн ишектәрен аса. «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһы Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында ла уҙғарылды. Тамашасылар, киске ваҡыттарын бүлеп, күңелгә ял алырға, бихисап хазина коллекцияларын ҡарарға, уникаль ҡомартҡыларға күҙ һалырға йыйылды. Әйтергә кәрәк, быйылғы «төн»дә проектта ҡатнашыусыларҙың һаны бермә-бер артты – иң олоһона 87 йәш булһа, иң кесеһе әле бер йәшен дә тултырмаған сабый ине. Бер төн эсендә музей акцияһында Ғафури районының Ҡаранйылға ауылы халҡы, башланғыс мәктәбе менән ауыл клубы коллективтары, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Салауат, Ишембай һәм Өфө ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. «Музейҙар төнө» мәҙәни акцияһы мәшһүр ғалим һәм яҙыусыбыҙҙың мираҫын пропагандалауға, музейыбыҙҙың абруйын күтәреүгә, музейға килеүселәрҙең тарихи, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәргә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыуға булышлыҡ иткәндер, тигән һығымта яһарға була.