Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте “Ҡыҙыл майҙан” ( «Красная площадь») исемле китап фестивалендә ҡатнаша. Китап байрамы 3-6 июндә Мәсәкәү ҡалаһының Ҡыҙыл майҙанында уҙғарыла.
Сара быйыл икенсе тапҡыр үтә. Фестивалдең төп маҡсаты халыҡта китапҡа, һүҙ ҡөҙрәтенә, телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү уятыу.
Китап фестивалендә нәшриәт тәҡдим иткән заманса һәм классик, публицистик, фәнни, фәнни-популяр, документаль һәм балалар әҙәбиәте китаптарын һатып алыу мөмкинселеге буласаҡ.