Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңы баҫмалар тәҡдим итә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте  яңы баҫмалар тәҡдим итә

Күптән түгел «Китап» нәшриәтендә танылған әҙибә Гөлнур Яҡупованың татар телендә «Күперҙәр» тип аталған китабы донъя күрҙе.

«Күперҙәр» повесында башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихи яҙмыштарын тоташтырып торған ҡәрҙәшлек, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт күперҙәре күҙ уңында тотола. Ваҡиғалар һутлы тел менән тасуир ителгән, сағыу образдар күңелдә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.

Шулай уҡ  билдәле шағирә Фәниә Ғәбиҙуллинаның шиғырҙар китабы әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә бик хуш килер.

Авторҙың «Яҙҙарыма ҡайтам» исемле был йыйынтығына (татар телендә) тормош мәғәнәһе тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар, мөхәббәт утында яныу, юғалтыу-табыштар, һөйөнөс-көйөнөс хистәре сағылдырылған шиғырҙар тупланған. Автор ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡайғыртыусанлыҡ менән донъяға күҙ һала, кеше асылының бары тик яҡшылыҡҡа ҡоролоуын раҫлай, һәр кемдең бәхетле булыу һәм кешеләргә файҙа килтереү өсөн йәшәгәнен иҫбатлай.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb