Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең тыуған көнөн билдәләне

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең тыуған көнөн билдәләне

Бына нисәмә йылдар инде «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәрен һөйөндөрә, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә. Архив мәғлүмәттәренән, тарихсыларҙың хеҙмәттәренән күренеүенсә, «Китап»тың тыуған көнө тип 1919 йылдың 16 октябре иҫәпләнә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар, инглиз телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, һынлы сәнғәт тауарҙарын, электрон баҫмаларҙы нәшер итеүсе дәүләт ойошмаһы. Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була. «Китап» нәшриәте төрлө йылдарҙа төрлөсә атала: «Башкнига», «Башгиз» һ.б. 1994 йылда нәшриәт, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртһә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан әҙибә исемен йөрөтә башлай. Китап - халыҡты халыҡ итеп тотҡан, уны алға әйҙәгән ҡорал. Заман үҙгәрә килә, ҡорал да үҙ формаһын үҙгәртергә мөмкин, әммә эстәлеге үҙгәрмәй. Ул һәр ваҡыт бер маҡсатҡа - телде, мәҙәни байлыҡттарҙы һаҡлауға хеҙмәт итә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb