Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте республика һабантуйҙарында ҡатнашты

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте республика һабантуйҙарында ҡатнашты

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға, ялан батырҙарына, хеҙмәт уңғандарына арналған район һәм ҡала һабантуйҙары - халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен сағылдырған, төрлө милләттәрҙе берләштергән иң ҙур һәм иң матур байрамдарҙың береһе.

Республикабыҙҙа шаулап – гөрләп һабантуйҙар үтте. Матур сараны һәр кем кѳтѳп алды, һәр кем ихлас ҡатнашты. Хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, алдағы йылдарға аныҡ маҡсаттар билдәләнде.
Тантаналы сараларҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте быйыл да ситтә ҡалманы. Ул сараларға йәм өҫтәп милләттәштәребеҙҙе – китап уҡыусыларыбыҙҙы үҙ продукциялары менән һөйөндөрҙө. Һабантуйға килеүсе һәр кем нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, йырҙар йыйынтыҡтары, мәктәп, мосолман календарҙары һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптар алып ҡыуанды.
Ошо күңелле сараларҙа ҡатнашып, халыҡ менән яҡындан аралашырға форсат биргәндәре, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алғандары өсөн «Китап» нәшриәте Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен районы хакимиәтенә оло рәхмәтен белдерә.
Нәшриәт тиҙҙән китап һатыу күргәҙмәһен Һамар, Силәбе өлкәһендә үтәсәк һабантуйҙарға барып та ойошторорға ниәтләй. 

 Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе 23 июндә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Украинка ауылы эргәһендә һәм 7 июлдә Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында уҙасаҡ һабантуйҙарында көтөп ҡалабыҙ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb