Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Мөнир Иҡсановтың «Урал ҡоросо» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Мөнир Иҡсановтың «Урал ҡоросо» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Мөнир Иҡсановтың «Урал ҡоросо» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Китап Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды һәм һатыуға сыҡты.

Мөнир Иҡсанов шиғриәткә студент йылдарында килә. Уның ижады республика ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыла. «Менегеҙ ҡанатлы аттарға» исемле китабы нәшриәттә 2012 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында донъя күрә.

Мөнир Иҡсановтың икенсе бер яратып яҙған темаларының береһе – ул тәбиғәткә йыр, мәҙхиә йырлау.  «Беренсе март», «Ҡышҡы сонет», «Тылсымлы көн», «Һырғалаҡ», «Хушлашыу миҙгеле» шиғырҙарында иһә лирик шағир үҙен тәбиғәттең балаһы булыуға шатлана, һөйөнә, тәбиғәт миҙгелдәре үҙгәрешен ҡыҙыҡһынып күҙәтә.

Шағирҙың ижадынан, ысынлап та, ҡорос сыңы яңғырай тибеҙ, ҡорос сыңы уның фәлсәфәүи ҡарашына нигеҙләнеп, әҙәбиәттә башҡа берәүҙе ҡабатламаҫ ижади үҙенсәлеге менән бәйле булып тора.

Ғөмүмән алғанда, Мөнирҙең ижады ысын мәғәнәһендә үҙ көсө, үҙ фекере, үҙ ерлеге менән айырылып тора.

«Баҙыҡ образдар, тәрән дөйөмләштереүҙәр, халыҡсан тел менән яҙылған милли идеялар менән бергә ҡушылып, Мөнир Иҡсанов шиғриәтенең ҡабатланмаҫ үҙ йөҙөн барлыҡҡа килтерә. Был хөр фекерле һәм ирәбе ижадтың йылдан-йыл баҙыҡланыуын, тағы ла сағыуыраҡ төҫтәр менән балҡыуын теләргә генә ҡала» - ти шағир хаҡында Мәүлит Ямалетдинов «Ҡанатлы шиғриәт» тигән бер мәҡәләһендә.

Йыйынтыҡҡа шағирҙың поэмалары, робағиҙары, бәйеттәре, ҡобайырҙары, сонеттары индерелде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb