Зәйнәб Биишева исемендәге премияның лауреаттары билдәләнде

Зәйнәб Биишева исемендәге премияның лауреаттары билдәләнде

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған юбилей тантаналары барышында Күгәрсен районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында «Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференция сиктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге премияның 2017 йылғы лауреаттары билдәләнде. Мәртәбәле исемгә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, профессор, ғалим Әкрәм Бейешев (үлгәндән һуң) һәм «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзите журналисы Гөлдәр Абдуллина лайыҡ булды.

 Зәйнәб Биишева исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзыны 1999 йылда берлектә булдырған әҙәби премия, йыл һайын халыҡ яҙыусыһының тыуған көнө — 15 ғинуарҙа тапшырыла.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 26 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү тураһындағы» 167-се ҡарары нигеҙендә булдырылған. Был рәсми документтың алтынсы пунктында «Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яҡшы әҫәрҙәр өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге йыл һайын бирелә торған йәштәр район премияһы булдырыу тураһындағы тәҡдимен хупларға» тип әйтелгән. Ошо ҡарарға ярашлы район хакимиәте тарафынан премияның рәсми положениеһы раҫланған. Унда был сараның төп маҡсаты һәм бурысы итеп «халыҡ яҙыусыһының исемен пропагандалау һәм популярләштереү, ижади эшмәкәрлекте дәртләндереү» билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb