Зәйнәб Биишева исемендәге сәсмә әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителде

Зәйнәб Биишева исемендәге сәсмә әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителде

Күгәрсен районының “Мораҙым” гәзите редакцияһы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге сәсмә әҫәрҙәр конкурсы иғлан ителә.

Әҫәрҙәр башҡорт телендә яҙыла, темаһы ирекле. Конкурсҡа бығаса донъя күрмәгән әҫәрҙәр генә ҡабул ителә. Бер автор конкурсҡа бер-нисә әҫәрен тәҡдим итә ала, үҙе хаҡында мәғлүмәт һәм фотоһын ебәрһә лә була, «Мораҙым» гәзитен алдырыу  мотлаҡ.

Әҙәби ярыш 2017 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Бәйгегә киләһе йылдың ғинуарында йомғаҡ яһала, уҡыусы балалар һәм ололар араһында еңеүселәрҙе махсус баһалама комиссияһы билдәләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb