Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттары билдәләнде

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттары билдәләнде

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Улар – Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, әҙибәнең әҫәрҙәрен фәнни һәм ижади йәһәттән тәрән өйрәнгән, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән Ғәли Сәйетбатталов (үлгәндән һуң); халыҡ яҙыусыһының исемен һәм ижадын пропагандалауға, йәштәргә эстетик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергән педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Әлимғужина; район мәҙәниәт һарайында бүлек мөдире булып эшләгән, З. Биишеваның ижадын популярлаштырыуға һәм таратыуға ҙур иғтибар бүлгән Альбина Григорьева. Лауреаттарҙы Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов тәбрикләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb