Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл һәм сквер асылды!

Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл һәм сквер асылды!
Урал түбәһенән ҡарап торам
Йырлай-көйләй уҙған юлыма.
Илем, халҡым тиеп дөрләп янған
Йөрәгемде услап ҡулыма.

Зәйнәб Биишева

Бөгөн Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы алдында Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы шарттарҙа һәйкәл асылды. Яҙыусының хеҙмәттәштәре, туғандары һәм яҡындары, Мәскәүҙә йәшәгән улы Тельман Әминев һәм ейәне Таһир ҡатнашты.

Һәйкәл Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы менән әҙибәнең исемен йөрөткән "Китап" нәшриәте эргәһендә урынлашҡан.

Һәйкәлдең авторы скульптор Владимир Дворник. Бюст бронзанан ҡойолған, оҙонлоғо 2,8 метр, һоро гранит ташынан баҫҡыстар эшләнелгән. Әҙибәнең туғаны Ләлә Биишева Башкортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһына һәйкәл ҡуйыу теләгенең бөгөн килеп ҡабул булыуына сикһеҙ шат.

Тәбрикләү һүҙе менән Өфө ҡалаһының башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәйес урынбаҫары, РФ-ның һәм БР-ның Яҙыусылар союзы ағзаһы Йомабикә Ильясова сығыш яһаны. БР-ның Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Өфө халҡын күркәм сара менән ҡотланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов яҡты хәтирәләр менән бүлеште. Күгәрсен районының башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғаянов профессор, яҙыусы, уҡытыусыларға бирелә торған Зәйнәб Биишева исемендәге премия тураһында һөйләп үтте.

Өфө ҡалаһы Калинин районының 140-сы һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусылары яҙыусының шиғырҙарын тасуири ятлап күрһәтте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гүзәл
Үлмәҫҡолова әҙибәнең шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыратты.

Киләсәктә матур биҙәлгән, гөл-сәскәгә күмелгән Зәйнәб Биишева исемендәге сквер башҡалабыҙҙың йөҙөн билдәләр, йәмләр урын булыр, тигән ышаныстабыҙ.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһы.

Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында тыуған.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан — профессиональ яҙыусы.

60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

1996 йылдың 24 августында Өфө ҡалаһында вафат булған.

Иң билдәле ижад емештәре:
«Яҡтыға» трилогияһы
«Кәмһетелгәндәр» романы
«Оло Эйек буйында» романы
«Емеш» романы

Наградалары:
1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия.
1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы.
1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены.
1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан «Зәйнәб Биишева», 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата «Беҙҙең Зәйнәб» исемле документаль ҡуйылған фильмдары төшөрөлә (режиссер, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов).
Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәләр:

Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Өфөлә урам

Өфө ҡалаһы Калинин районының 140-сы һанлы башҡорт гимназияһы

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы

Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе

Күгәрсен районында профессор, яҙыусы, уҡытыусыларға бирелә торған премия.

Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй.


Автор: Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb