Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина Өфөгә килә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 ноябрь 2016
«Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы Гүзәл Яхина Өфөгә килә
«Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы, «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» милли премиялары лауреаты билдәле яҙыусы Гүзәл Яхина Өфөгә киләсәк.
Гүзәл Яхинаның “ Зөләйха күҙҙәрен аса» романы китап яратыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан әҫәрҙәрҙең береһе.
Кеше ҡайһы ваҡытта үҙенең ниндәй тарлыҡта, меҫкенлектә йәшәгәнен белмәй ҙә. Ҡайһы саҡ яҙмыш ауырлыҡтар менән бер рәттән яңы тормош, мәхәббәт тә бүләк итә. Бәхетһеҙлек бәхет тә килтерергә мөмкин, ошо фекерҙе еткерергә теләнем, ти автор Гүзәл Яхина.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» (“Зулейха открывает глаза”) 2015 йылда рус телендә һәм 2016 йылда татар телендә нәшер ителгән роман. Әҫәрҙә 1930 йылғы репрессиялар тураһында һүҙ бара.
Әҫәрҙә Зөләйханың һәм ул осорҙағы сәйәси золом ҡорбандарының һөргәндәге кисерештәре һәм иҫән ҡалыу өсөн көндәлек көрәше һурәтләнә. Ваҡиғалар 1930 йылда Юлбаш тигән ауылда башланып китә һәм Себерҙә дауам итә.
Өфөлә, 3 декабрҙә, «Башинформ» агентлығының конференциялар залында яҙыусы менән матбуғат конференцияһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Гүзәл Яхина Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала китап уҡыусылар менән осрашырға ла ниәтләнә. Осрашыуҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы вәкилдәре, республиканың танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәшиҙә Солтанова, Йомабикә Ильясова, Гөлнур Яҡупова, Таңсулпан Ғарипова, Фәрзәнә Аҡбулатова ҡатнашыуы көтөлә.
Гүзәл Яхина режиссер Айрат Абушахманов һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары менән дә осрашырға ниәтләй, теләге – уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакль сәхнәләштереү.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Донъя операһы йондоҙо Әлфиә Кәримова Өфө тамашасыһына яҙғы концерт бүләк итә
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Дуҫтар» ансамбленең джаз мираҫын хәҙер һанлы форматта тыңларға мөмкин
Шишәмбе, 24 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө