Гүзәл Яхинаның “ Зөләйха күҙҙәрен аса» романы китап яратыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан әҫәрҙәрҙең береһе.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Зөләйха күҙҙәрен аса” романын сәхнәләштерергә йыйына. Әҫәрҙе драматург Ярослава Пулинович сәхнәгә әҙерләгән, Хөрмәтулла Үтәшев башҡортсаға тәржемә иткән.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Айрат Әбүшахманов. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Гүзәл Яхинаның “ Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәгә тәүгеләрҙән булып ҡуясаҡ.
Кеше ҡайһы ваҡытта үҙенең ниндәй тарлыҡта, меҫкенлектә йәшәгәнен белмәй ҙә. Ҡайһы саҡ яҙмыш ауырлыҡтар менән бер рәттән яңы тормош, мәхәббәт тә бүләк итә. Бәхетһеҙлек бәхет тә килтерергә мөмкин, фекерен еткерергә теләнем, тип яҙа автор Гүзәл Яхина.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» (“Зулейха открывает глаза”) 2015 йылда рус телендә һәм 2016 йылда татар телендә нәшер ителгән роман. Әҫәрҙә 1930 йылғы репрессиялар тураһында һүҙ бара.
Әҫәрҙә Зөләйханың һәм ул осорҙағы сәйәси золом ҡорбандарының һөргәндәге кисерештәре һәм иҫән ҡалыу өсөн көндәлек көрәше һурәтләнә. Ваҡиғалар 1930 йылда Юлбаш тигән ауылда башланып китә һәм Себерҙә дауам итә.
Гүзәл Багаева